Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте


Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Уҡытыу-методик үҙәге ҡотҡарыусылары сауҙа үҙәге ҡунаҡтары һәм хеҙмәткәрҙәренә йөрәк һәм тын алышы туҡтағанда ярҙам итеү тәртибен күрһәтте. Теләгән һәр кем белемен манекенда һынап ҡарай алды. Ә янғын хәүефһеҙлеге буйынса оҫталыҡ дәресендә ут һүндереү ҡоролмалары менән ҡулланырға өйрәттеләр. Бынан тыш, янғындан ҡотолоу һәм иҫкәртеү ҡоролмаларын ҡуйыу тәртибе күрһәтелде.


Ошондай оҫталыҡ дәрестәре үткәреү йолаға әүерелде. Ҡыҙыҡһыныусылар күп, сөнки һуңғы йылдарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә иғтибар, кешеләрҙә яуаплылыҡ тойғоһо арта. Ни тиһәң дә, хәүефһеҙлек үҙебеҙҙең ҡулда. Ғәҙәттән тыш хәлдә үҙеңә генә түгел, икенсе кешегә лә ярҙам күрһәтә белеү мөһим.

Татьяна Норкина, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының уҡытыу-методик үҙәге етәксеһе