Бынан ары ул 700 мең һум тәшкил итәсәк. Әлегә был муниципалитеттар араһында буласаҡ контрактниктар өсөн иң ҙур түләү. Яңылыҡты баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Шулай итеп, Өфөлә Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр өсөн дөйөм финанс ярҙам күләме 2 миллион 300 мең һум тәшкил итәсәк. Ай һайын түләнгән 210 мең һум хеҙмәт хаҡын иҫәпкә алғанда, контракт төҙөүселәр тәүге йылда 5 миллион һумға яҡын аҡса аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр бер муниципалитетта түләү күләме айырыла. Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа йәки “Защитник” үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 15-се йорт. Тулыраҡ мәғлүмәт 8-800-550-55-25 телефоны аша һәм башбат нөктә рф сайтында.