Өфө ҡалаһы тарихы музейында 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә арналған тарихи сара уҙҙы


Тап бөгөн - иҫке стиль буйынса 25 декабрҙә - император Александр I Рәсәйҙе Наполеон иҙеүенән ҡотҡарыу тураһындағы манифесҡа ҡул ҡуя. Сарала документ тексы уҡып ишеттерелде. Әйткәндәй, XIX быуатта манифест башҡорттар өсөн төрки теленә тәржемә ителгән булған. 1812 йылғы Ватан һуғышына Башҡортостандан 20 башҡорт, 2 мишәр, 2 типтәр полкы оҙатылған. Башҡорт яугирҙары француздар араһындар «Төньяҡ амурҙары» булараҡ билдәле булып, Парижға тиклем барып етә. Ир-егеттәр менән бер сафта ҡатын-ҡыҙҙар да алыша.