Сағыу композицияларҙы ул Флоренция мозаикаһы техникаһы буйынса йыя. Таштан картиналар яһауға ул башҡаларҙы ла өйрәтә. Һөнәрсе оҫтаханаһында БЮТ ижади төркөмө булды.
Был оҫтаханала картиналарҙы буяуҙар менән түгел, ә таштар менән яһайҙар. Бәләкәй өлөштәрҙе композицияға йыйыу - мәшәҡәтле һәм яуаплы эш. Ошондай картина эшләү өсөн һөнәрсегә бер нисә аҙнанан ярты йылға тиклем ваҡыт талап ителә. Был Флоренция мозаикаһы төрө.
Эштә башлыса йәшмә файҙаланыла. Оҫталарҙы уның ҡабатланмаҫ төҫө һәм текстураһы йәлеп итә. Тау тоҡомоноң төҫөн белер өсөн, уны һыуға һалып ҡарау ҙа етә. Оҫта уларҙан картиналар ғына түгел, ҡумталар ҙа яһай. Уның ҡул эше ынйыларын халыҡ теләп ала. Флоренция мозаикаһы техникаһы буйынса яһалған әйберҙәр быуаттар буйына һаҡлана ала. Улар төҫһөҙләнмәй, ҡойолмай. Был оҫталыҡҡа һөнәрсе башҡаларҙы ла өйрәтә.
Рәфил Хәбибуллин ағас менән дә оҫта эш итә. Әле ул айыу фигураһын уйыу менән мәшғүл. Ағас һын Пермь өлкәһенә бүләк итеп оҙатыласаҡ. Яңынан-яңы ҡул ынйыларына һөнәрсене тормош иптәше илһамландыра. Ул булмаһа, был эште күптән ташлар инем, ти оҫта. Киләсәктә ҙур һөнәрселек үҙәге лә асмаҡсылар.
Рәзилә Ғилметдинова