Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл тамашаһы уҙғарылды.
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалына ошо маҡсатта бушлай билеттар тапшырылғайны. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән малай-ҡыҙҙар фойела ойошторолған төрлө уйын-конкурстарҙа ҡатнашып, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә шыршы уттарын ҡабыҙҙы. Артабан ҙур сәхнәлә улар өсөн театрлаштырылған тамаша ҡуйылды. Шулай уҡ байрам уңайынан балаларға бүләктәр ҙә таратылды.