Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында йөҙгә яҡын моржды берләштергән сара үтте


Ҡышҡы йөҙөүҙе үҙ итеүселәр - «Раштыуа эстафетаһы»нда. Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында йөҙгә яҡын моржды берләштергән сара үтте. Быға тиклем биләмәлә мәке генә уйылып сумып ҡына сығырлыҡ урын булһа, яңы миҙгелдән 25 метр оҙонлоҡтағы бассейнда йөҙөү өсөн уңайлы шарттар булдырылды. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килеп, сатлама һыуыҡта һыуға төшкән ҡыйыу һәм тәүәккәл замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Ҡышҡы йөҙөү - үҙе бер кинәнес, сәләмәтлек өсөн дә файҙаһы күп. Гүзәл менән Альберт Йәркәевтар ғаиләһе коронавирус пандемияһы башланыу менән, ауырыуға бирешмәҫ өсөн һалҡын һыу менән ҡойоноуҙы, мәкегә сумыуҙы ғәҙәткә әйләндерә. Хәҙер балалары менән бергә улар аҙнаһына кәмендә ике-өс тапҡыр саф һауала күнекмәләр яһай.

Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында ҡышҡы йөҙөү буйынса клуб 1967 йылдан алып эшләй. Унда һәр кем ҡушыла ала, әлегә меңдән ашыу кеше теркәлгән булыуы билдәле. «Ихтыяр көсө барҙа мөмкинлектәр сикһеҙ,»- тигән ҡарашта тәжрибәле морж Филарет Вахитов.

Парк биләмәһендә йыл да мәке уйыла ине, хәҙер иһә ҡышҡы йөҙөү клубы ағзалары өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Башҡортостан башлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы гранттары фондтары ярҙамы менән ҡышҡы йөҙөү спорты стандарттары буйынса 25 метр оҙонлоҡтағы ике юллыҡ бассейн һәм туңмай торған мәке эшләнгән.


Республиканың ҡышҡы йөҙөү буйынса йыйылма командаһы бар, яңы спорт объекты күнекмәләр яһау өсөн уңайлы. Биләмәлә күләмле ярыштар уҙғарыу ҙа планлаштырылған.

Пётр Кизько, Өфөнөң «Аҡ һыуһар» ҡышҡы йөҙөү клубы рәйесе

Раштыуа байрамы уңайынан ойошторолған эстафета тиҫтәләгән моржды бер майҙанда йыйҙы. Улар өсөн мәҙәни-спорт программаһы ла әҙерләнгәйне. Һыуға төшөр алдынан һәр кем йырлап та, бейеп тә, йүгереп тә алды.

Парк биләмәһендәге бассейнда күнекмәләр аҙнаһына бер нисә тапҡыр үтә. Һәр кем килеп, һыуға сумып, сәләмәтлеген нығыта ала. Ә инде 2 февралдә клуб тарафынан ҡышҡы йөҙөү буйынса беренселек үтә. Мартта иһә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина