Күләмле сара тәүге йыл ғына уҙғарылмай, айырыуса һуңғы осорҙа халыҡ араһында популярлыҡ алды. Быйыл старт һыҙығына өс йөҙҙән ашыу кеше баҫты. Ҡатнашыусылар араһында байрамса кейенеп килеүселәр ҙә күп булды, берәүҙәр әкиәт, йәнһүрәт геройҙары костюмдарында килһә, икенселәр Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу образдарына тоғро ҡалған. Шулай уҡ ярышта ғаиләләр, спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеүселәр араһында ла айырым еңеүселәр билдәләнде. Сарала баш ҡаланың мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем булды. 208-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә саңғы уҙышында яҡшы күрһәткестәргә иреште.