Яңы йыл байрамдарында ла хужалыҡ теплицаһында эш туҡтатылмаған, тропик һәм субтропик үҫемлектәр айырым иғтибар талап итә. Шул уҡ ваҡытта бында экскурсиялар ҙа даими уҙғарыла. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡта - Өфө лимонарийы, ысынлап та, цитрус ағастары, тропик үҫемлектәре менән барыһын да үҙенә ғашиҡ итә. Мәскәүҙән килгән туристар ҙа йәшеллек илендә экскурсияла булып, лимондар төрлөлөгөнә хайран ҡалды.
Теплицала 1 мең 200 төп лимон ағасы үҫтерелә. Былтыр урындағы хеҙмәткәрҙәр 12 тонна уңыш йыйып алған. Мартта тағы ла емештәр өлгөрөргә тейеш. Урындағы хеҙмәткәрҙәр селекция эшен дә һөҙөмтәле алып барыла, яңы сорттар сығарыла.
Цитрус емештәрҙән тыш, бында кәрлә банан, папайя ла бар... Баш ҡала үҙәгендәге комплексҡа экскурсияға килеүселәр, әйтерһең дә, тропик илгә эләгә, экзотик үҫемлектәрҙе күреү үҙе бер ләззәт.
Яңы йылды мандаринһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан Өфө лимонарийында уның өс төрөн үҫтерәләр. Быйыл 40 кг уңыш йыйыласаҡ.
Ә бит тропик һәм субтропик үҫемлектәрҙе ҡарау еңелдән түгел, айырыуса иғтибар һәм ҙур хеҙмәт талап ителә. Тупрағын да йомшартырға, һыуын да даими һибергә кәрәк. Теплицала айырым температура режимы булырға тейеш.
Быйыл Өфө лимонарийы ойошторолоуға 35 йыл тула. Биләмә - халыҡтың яратҡан туристик маршруттарына индерелгән. Былтыр ғына лимондар һәм экзотик үҫемлектәр үҫкән урынды илле меңдән ашыу кеше килеп күргән.
Гөлназ Хәйбуллина