Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда республикаға «Беловежье шырлығы» Милли паркынан 18 зубр килтерелгәйне. Төбәк етәксеһе хәбәр итеүенсә, ошо ваҡытта хайуандарҙың 5 быҙауы тыуған. Зубрҙар менән туристар ҙа таныша ала. Башҡортостан Беловежье популяцияһына ҡараған зубрҙарҙы илдә тәүгеләрҙән булып үрсетә башланы. Пилот проект Башҡортостан һәм Белоруссия республикалары араһындағы тығыҙ хеҙмәттәшлек арҡаһында тормошҡа ашырыла.