Йәнә яуҙаштар янына. Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон яугирҙары ҡыҫҡа отпускынан һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ял ваҡытында һалдаттар туғандары менән Яңы йыл ҡаршылаған, көндәлек мәсьәләләрен хәл иткән, кемдер никах уҡытып та өлгөргән. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килгәйне. Оҙатыу сараһы «Өфө-арена» майҙанында уҙҙы. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү йылы тип иғлан ителде. Республика артабан да яҡташ яугирҙарыбыҙға гуманитар ылауҙар оҙатыу, дрон һәм кәрәкле техника ебәреүҙе дауам итәсәк.