Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары

Благовещенда төҙөлгән йорттан уларға йәмғеһе 8 торлаҡ бүленде. Фатирҙарҙа ремонт эшләнгән, һыу, ут, газ үткәрелгән. Бер бүлмәле фатир хужалары араһында Виталий Иванушкин да бар. Егет 2018 йылдан сиратта тороп, ниһайәт, торлаҡлы булды.

Яҡшы фатир. Әле торлаҡты ҡуртымға алып йәшәйбеҙ, унда шарттар күпкә насарыраҡ. Бында стеналар ҡалын, фатир яҡты, матур, лоджия бар.

Виталий Иванушкин

Биш ҡатлы кирбес йорт бер йылға яҡын төҙөлгән. Ундағы бөтә 39 фатир ҙа етемдәр өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостанда торлаҡҡа сиратта 171 кеше тора, уларҙың йөҙҙән ашыуы бәлиғ йәштә. Киләһе йыл тағы 7 кеше фатирлы булыр, тип көтөлә. Йорттар дәүләт бюджеты иҫәбенә һәм инвесторҙар аҡсаһына төҙөлә.