Был үтенес менән урындағы халыҡ Башҡортостан башлығына 2023 йылғы «Тура бәйләнеш» ваҡытында мөрәжәғәт иткән булған. Йыл да үтмәй, халыҡ башланғысы дәүләт ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ике биләмәлә лә элекке сүплек урынына заманса уңайлыҡтары булған ихаталар барлыҡҡа килә. Майҙанға асфальт түшәлә, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла, спорт инвентары һатып алына. Йәшелләндереү эштәре уҙғарыла, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн парковка урындары арттырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы, төҙөлөш сығымдарының 94 проценты - төбәк бюджетынан, ҡалған өлөшө - урындағы муниципалитет һәм халыҡ ярҙамында ҡаплана.