Ул Ғафури районындағы «Таш Аҫты» биләмәһендә барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына бурыс ҡуйғайны. «Торатау» геопаркы 2024 йыл эсендә миллионға яҡын туристы йәлеп иткән, уларҙың 350 меңе шихандарҙы күргән. Әйткәндәй, былтыр Торатау итәгендә яңы этнокомплекс сафҡа ингәйне. Уның эшмәкәрлеге менән яҡындан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Һүҙ геопарктың төп геройҙары - Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары тураһында. Учалы районынан килгән туристарҙың экскурсияһы былтыр майҙа асылған этнокомплекста дауам итә. Был музейҙың бар экспонаттарын да тотоп ҡарарға була. Һауыт-һаба, тормош-көнкүреш әйберҙәре, түрҙә - юрматы башҡорттарына хас булған милли кейем.
«Торатау» геопаркы - республиканың 4 районындағы уникаль объекттарҙы, тәбиғәт ҡомартҡыларын берләштергән биләмә. Былтырҙан алып шихандар итәген алты тирмәнән торған ансамбль биҙәй. Уларҙың һәр береһе ниндәй ҙә булһа темаға бағышланған. Тарихи-мәҙәни үҙәк, кафе, лекциялар залы, сувенирҙар кибете. Һуңғыһы Пермдә үткән 10-сы Бөтә Рәсәй «Туристик сувенирҙар» конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ә инде «Торатау» геопаркына килгән туристарҙың «ҡайҙа туҡтарға?» тигән һорауы тыумай. Ҡунаҡ бүлмәһен хәтерләтеүсе тирмәләр ҙур һорау менән файҙалана, сөнки..
Эшҡыуарҙарға килгәндә, һуңғы йылда был биләмәлә үҙ эшен асҡан йүнселәр артҡандан-арта.
Түмәр-солоҡсолоҡ умартасылығы визит үҙәктән алыҫ түгел майҙансыҡта урынлашҡан. Биләмәлә булдырылған һыбай йөрөү, уҡтан атыу кеүек әүҙем ялдан тыш, туристарҙы, тәү сиратта, апийорттар ҡыҙыҡһындыра. Ул бал ҡорттары ярҙамында дауаланыуҙы күҙ уңында тота. Умартасылыҡ етәкселеге билдәләүсенсә, апийорттағы 15-20 минутлыҡ ял тын юлдарына, , нерв системаһына яҡшы йоғонто яһай.
2024 йылда шихандарҙы 350 мең, ә тотош «Торатау» геопаркын миллионға яҡын турист күргән. Берәүҙәр экскурсия, республикала үткән күләмле саралар буйынса килһә, бәғзеләре үҙҙәре теләп. 280 миллион йыл элек Пермь диңгеҙенең коралл рифы булған Торатауға менеүселәр тәбиғәт ҡомартҡыһын боҙмаһын өсөн саралар ҙа күрелгән.
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғнамәһендә республикала туризмды үҫтереү буйынса яңы бурыстар ҡуйғайны. Уларҙың береһе- «Таш Аҫты» тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә визит үҙәк төҙөү. Шулай уҡ «Торатау» геопаркына халыҡ-ара статус алыу йәһәтенән ҙур эш алып барылыуы билдәләнгәйне. ЮНЕСКО селтәренә инеү тәбиғәтте, уникаль объекттарҙы һаҡлап ҡалырға һәм шул уҡ ваҡытта был биләмәне тотош ил туристары өсөн асыу мөмкинлеге бирәсәк.
Әлфинә Килдейәрова