Яңы йыл һәм Раштыуа байрамындары уңайынан Стәрлетамаҡтың Лазурный микрорайонында үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашлығында мәҙәни тамаша ҡуйылды. Майҙанға килеүселәр Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, шиғырҙар-йырҙар башҡарып, бүләктәр алып һөйөндө. Шулай уҡ сара сиктәрендә ҡул эштәре буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күңелле старттар һәм спорт ярыштары уҙғарылды.