Республикала федераль аҡсаға проекттар ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостанда Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса конкурста еңеп сыҡҡан проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу башлана. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бының  өсөн федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Бәләбәй, Нефтекама, Благовещен, Салауат һәм Учалы ҡалаларында биләмәләр төҙөкләндерелә. 2019 йылдан башлап был федераль конкурста Башҡортостандан 34 проект еңеп сыҡҡан.