Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң йәнә Ватанды һаҡларға. Бөгөн яугирҙарҙың сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Һауа торошо боҙолоп тороуын иҫәпкә алып оҙатыу сараһы «Өфө-арена» боҙ һарайы фойеһында үтте. Хәрби хеҙмәткәрҙәр яңы йылды ғаиләләре менән ҡаршылаған, яҡындары һәм иптәштәре менән осрашҡан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Яугирҙар алыҫ юлға үҙҙәренең әйберҙәренән тыш, хеҙмәттәштәренә посылкалар ҙа алған. Башҡортостан башлығы исеменән Ватан һаҡсыларын вице-премьер Ирек Сәғитов тәбрикләне. Ул Ватан һаҡсыларына хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне.