Ут шәхси йортта 10 квадрат метр майҙанды ялмай. Ваҡиға урынына Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекле янғын һүндереү командаһы килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергәндә 57 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле ут сығыу сәбәптәре асыҡлана, тикшереүҙе ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе алып бара.