Юлаевсылар өсөн аяуһыҙ һабаҡ, дисциплинаһыҙ икенсе осор. Яңы йыл каникулының һуңғы көнөндә «Салауат Юлаев» хоккейсылары Ҡазанда «Аҡ Барс» менән осрашты.
Боҙ хужалары осрашыуҙың 17-се минутында алға сыҡты. Дмитрий Яшин үҙ командаһының күпселектә уйнауын файҙаланып иҫәпте асты. Икенсе осор тулыһынса дәғүәселәр өҫтөнлөгө менән үтте. Быға яҡташтарыбыҙ үҙҙәре ғәйепле, сөнки уйын ҡағиҙәһен боҙған өсөн тәүҙә Ярослав Цулыгин үҙ командаһын 5 минут әҙселектә ҡалдырҙы, күп тә үтмәй Григорий Панин да штраф эскәмйәһенә ултырҙы. Бындай мөмкинлекте хужалар оҫта файҙаланды. Улар тағы ла яҡташтарыбыҙ ҡапҡаһы артында дүрт апҡыр ҡыҙыл ут тоҡандарҙы. Юлаевсылар өсөнсө осорҙа ғына Артем Нәбиев тарафынан бер шайба менән генә яуап бирә алды. Шулай итеп йәшел дерби дәғүәселәр файҙаһына 5-1 иҫәбе менән тамамланды. Иртәгә Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре Түбәнге Каманың «Нефтехимиг»ы менән көс һынаша.