Заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған учреждение ғинуарҙан тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған - бында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡабул ителә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса төҙөлгән поликлиникала төрлө йүнәлештә диагностика үтеү, дауаланыу бүлектәре ҡаралған. Яңы объект эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Кушнаренко районына эш сәфәре тураһында мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Кушнаренко ауылында асылған яңы поликлиника табиптар һәм пациенттар өсөн көтөп алынған объект. Яңы йыл байрамдары алдынан файҙаланыуға тапшырылған бинала бөтә шарттар тыуҙырылған. 5 мең квадрат метр тәшкил иткән бинаның тәүге ҡатында рентген диагностикаһы бүлексәһе, балалар консультацияһы, дөйөм бүлмәләр урынлашҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән танышып, яңы йылдың тәүге эш көнөн яңы социаль объектты асыуҙан башлау ҡыуаныслы тип билдәләне.
Поликлиниканың икенсе ҡатында эндоскопия, хирургия, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлексәләре эшләй. Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа терапевт, невролог, офтальмолог, отоларинголог һәм башҡа белгестәр ҡабул итә. Яңы ҡоролмалар табиптарға сирҙе иртә стадияла асыҡлап, дауалау ысулдарын билдәләргә мөмкинлек бирә.
Поликлиникаға теркәлгән 5 меңдән ашыу бала айырым бүлектә хеҙмәтләндерә. Уларҙы ла уңайлы шарттарҙа педиатрҙар һәм башҡа белгестәр ҡабул итә.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров кабинеттарҙы ҡарап, урындағы халыҡ менән аралашты. Кушнаренко районында йәшәүселәр йәмәғәт транспорты менән бәйле ҡатмарлыҡтар тураһында һөйләне. Радий Хәбиров транспорт министрлығы менән «Башавтотранс» предприятиеһы етәкселегенә мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
Кушнаренко районына эш сәфәрендә Радий Хәбиров Әхсән Нәсибуллин крәҫтиән -фермер хужалығы менән танышты. Һөт, ит продукцияһы етештереү, агротуризм йүнәлешендә үҫешкән хужалыҡта 283 һыйыр малы аҫрала. Республика гранты ярҙамында бында роботлаштырылған ферма төҙөлгән - 29 млн һумға иҫәпләнгән грант хужалыҡты киңәйтеп, сыр етештерә башларға булышлыҡ итә. Италия сырҙары рецептары буйынса бында тәүлегенә 35 кг продукция етештерелә. Сифатлы продукция республика буйынса ғына түгел, күрше төбәктәргә һатыуға оҙатыла.
Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко ауыл хужалығы колледжында уҡыу шарттарын ҡарап, иҫке бинала капиталь ремонт һорауҙарына туҡталды. Киләһе йылға 95 йыллыҡ юбилейын билдәләгән уҡыу йортон тәртипкә килтереү һорауҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Баҡсасылыҡ техникумы булараҡ асылған учреждениела ашнаҡсы, ветеринар, тракторсы, ер хужалығы белгесе, агроном, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау кеүек республика өсөн кәрәкле һәнәрҙәргә уҡыталар, шуға ла ла студенттар өсөн шарттар тыуҙырыу көнүҙәк маҡсат.
Илле йыл элек колледж Топорниндар усадьбаһы бинаһында урынлашҡан булған. Тарихи мираҫ объекты уҙған быуатта балалар приюты, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Коминтерн мәктәбе булараҡ эшләй. Төбәк етәксеһе алдағы йылдарҙа бинаны тәртипкә килтереп, биләмәлә туризмды үҫтереүгә иғтибар арттырыу бурысын ҡуйҙы.
Флорида Ким