Диагнозды үҙҙәре ҡуйған, табиптарға мөрәжәғәт итеүсе булмаған. «Өйәҙе-тау» тау саңғысылары комплексында булған низағҡа ойошма етәкселеге аңлатма бирҙе. Мәскәү туристарының ял урыны тураһында насар баһаһынан һуң, Роспотребнадзор белгестәре урында тикшереү ойошторҙо. Ғауға сәбәптәрен беҙҙең ижади төркөм асыҡланы.
Мәскәү ҡатынының ҡәтғи һығымталары менән видео интернет ҡулланыусылар араһында тиҙ таралды. Туристар белдереүенсә, ял базаһына урынлашыуҙан һуң тәүлек ваҡыт үткәс, балаларҙың хәле насарая. Ял итеүселәр үҙҙәре диагноз ҡуя: ротавирус. Йәнәһе, улар ял базаһы яңы йыл бүләге итеп таратҡан күстәнәстән ағыуланған. Тик табиптарға мөрәжәғәт итеүсе булмай. Быны беҙгә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы да раҫланы. Шулай ҙа, комплекс етәкселеге белдереүенсә, туристар төркөмө ауырыуҙарҙы хәтерләтмәй. Бер нисә көн дауамында улар әүҙем ял итә: мунса инә, аттарҙа йөрөй.
Туристар ял йорттарында сысҡандар булыуына ла зарлана. Тик бында ай һайын дератизация эшләнә. Комплекстың урман эргәһендә булыуын иҫәпкә алғанда, кимереүселәрҙең йәшәгән ергә яҡын килеүе ихтимал, ти етәкселек. Киләсәктә был етешһеҙлеккә улар нығыраҡ иғтибар бүлмәксе. Ә Роспотребнадзор белгестәре ял базаһында йәмәғәт туҡланыуы сифатын тикшерәсәк.
Был эште республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ла күҙәтә. Ведомство етәксеһе ял базаһы директоры һәм хеҙмәткәрҙәре менән күрешеп аралашты.
Башҡортостанда 14 тау саңғыһы курорты бар, улар туристар иҫәбе һәм сифаты буйынса илдең иң яҡшылары исемлегендә. «Өйәҙе-тау» ҙа - республика халҡы һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял урыны.
Республиканың туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, бындай хәл 15 йылға тәүгә теркәлгән. Комплекс хужаһын иһә дәғүәселәрҙең йәнәһе лә ағыуланыуҙан һуң әүҙем ял итеүе ғәжәпләндерә. Етешһеҙлектәр тураһында улар ҡайтыр саҡта ғына белдерә, ә яҙма ялыуҙан баш тарта.
Рәзилә Ғилметдинова