Өфө районында хәүефле шыйыҡса етештереү менән шөғөлләнгән йәшерен цех асыҡланған


Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 47 йәшлек ир һаулыҡ өсөн хәүефле метил спирты ҡулланып Николаевка ауылында производствоны яйға һалған. Ғәйепләнеүсе туңмай торған шыйыҡсаныны һатҡан ваҡытта ҡулға алына. Полиция хеҙмәткәрҙәре 2 мең ярым литр әҙер продукция һәм 12 мең сеймал тартып ала. Осраҡ буйынса «Законһыҙ миграция» һәм «Ағыулы матдәләр әйләнеше» статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.