Республика кардиология үҙәге хирургтары сираттағы уникаль операция яһаны


Яңы йыл байрамдарында улар йөрәк сире менән яфаланған пациентҡа стент-графт урынлаштырҙы. Ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн ҡулланылған көпшәне индереү ҡатмарлы әмәлиәт. Өфө белгестәре уны үҙенсәлекле ысул менән яһай. Һөҙөмтәлә операция күпкә тиҙерәк үтә һәм уның сифаты ла яҡшы. Пациент та әле үҙен яҡшы тоя. Ентекләберәк Айнур Кәбиров яҙмаһында.

Яңы йыл ҡаршылайбыҙ тип мәшәҡәтләнеп йөрөгәндә генә Линар күкрәк тирәһендә һыҙланыу тоя башлай. Тора-бара ул түҙә алмаҫлыҡҡа ауыртыуға әйләнә. Табиптар ирҙең йөрәк тирәһендәге ҡан тамырҙарының таушала башлауын асыҡлай һәм кисекмәҫтән республика кардиология үҙәгенә күсерергә тәҡдим итә. Яңы йылдың өсөнсө көнөндә Линарға операция яһайҙар.

Кардиохирургтар Линарға стент-графт урынлаштыра. Каркаслы көпшә ҡан тамырҙарын артыҡ баҫымдан, ҡубыуҙан һаҡлай. Был алым хирургияла киң ҡулланыла, ләкин Өфө табиптары был йәһәттән күпкә алға киткән. Улар тәүҙә 3 д принтер ярҙамында аортаның теүәл күсермәһен яһай, һуңынан шул ҡалып ярҙамында пациентҡа стент-графтты яраҡлаштыра.

Стент-графт ҡан тамырҙарындағы һәр тармаҡты теүәл ҡабатларға тейеш. Шул саҡта ғына ул һөҙөмтәле хеҙмәт итәсәк. Уларҙы операция барышында кеше тәнендә эшләү күпкә ҡатмарлы һәм оҙаҡ. Ә инде алдан әҙерләнгән ҡалып ярҙамында урынлаштырһаҡ әмәлиәт теүәл дә, сифатлы ла килеп сыға.

Тимур Хафизов, кардиохирург, медицина фәндәре кандидаты

Аортаның 3д күсермәһен хирургтар компьютер тамографияһынан алынған һүрәттәргә таянып эшләй. Ошо рәүешле улар ҡан тамырҙарының һәр тармағын, үҙенсәлеген теүәл ҡабатлай ала. Һәр стент-графт пациенттың организм төҙөлөшөнән сығып шәхсән үҙенә эшләнә.

Стент-графтты алдан әҙерләнгән ҡалыпҡа һалып эшләү операция эшләү ваҡытын, уның сифатын да яҡшырта. Республика кардиология үҙәге белгестәре ошо алым менән ун бишенсе әмәлиәтен уҙғарған. Был медициналағы мөһим аҙым, ти хирургтар. Сөнки Һуңғы арала йөрәк-ҡан тамырҙары ҡубыуы менән мөрәжәғәт итеүселәр арта. Быны табиптар коронавирус эҙемтәләре менән дә бәйләй.


Һәр ауыр кисерелгән сир йөрәктә эҙ ҡалдыра. Тәү сиратта ҡан-тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Тәүҙәрәк һиҙелмәһә лә, һуңынан был сир ҡапыл ҡалҡып сыға. Шуға күрә йәштәр булһынмы, өлкәндәрме, барыһына ла үҙ һаулығына иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Йөрәк ауырыуҙарын алдан иҫкәртеү, диспасеризация үтеү күпкә хәйерлерәк. 

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы

Сәләмәтлек өсөн яуаплылыҡ һәр кемдең үҙендә. Табиптар ярҙам ғына итә ала. Шуға күрә һәр кем һаулығын үҙе ҡайғыртырға тейеш, ти улар. Линар ҙа хәҙер тормошҡа бөтөнләй икенсе ҡарашта. Сәләмәтлегенә, ғаиләһенә күпкә иғтибарлыраҡ.

Айнур Кәбиров