Бөгөн Яңы йыл каникулынан һуң, эш аҙнаһы башланды. Илдә был иң ҡыҫҡа эш аҙналарының береһе: ул ике көн генә дауам итәсәк. Оҙайлы ялдарҙан һуң, яңынан элекке эшлекле режимға күсеүе ҡатмарлы. Психологтар йонсоған организмды интектермәҫкә кәңәш итә. Тәүге эш көндәрендә күләмле бурыстар алмаҫҡа, эшкә яйлап тотонорға кәрәк, ти белгестәр. Эш көнөнән алда кис кәмендә ярты сәғәт саф һауала йөрөп килеү файҙалы булыр. Каникулдан һуң, физик торошто яҡшыртыу шул иҫәптән йоҡоно көйләүгә бәйле.
Эштә иһә бәләкәй тәнәфестәргә туҡтап алыу зарур. Был иғтибарлы, дәртле булыуға, тиҙ арымауға булышлыҡ итә. Эш урынында уҡ ябай физик күнекмәләр яһарға мөмкин. Ашауға килгәндә, белгестәр сәләмәт туҡланыуға күсергә, тик ҡаты диетаға ултырмаҫҡа кәңәш итә. Майҙа ҡыҙҙырылған, тоҙло-боросло аҙыҡтан, алкоголь эсемлектәрҙән баш тартырға, күберәк һыу эсергә кәрәк.