Башҡортостанда бер аҙнала 11 меңдән ашыу кеше һалҡын тейҙереп ауырыған

Уларҙың 41 проценты балалар, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Белгестәр сир йоҡтормаҫ өсөн халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа битлек ҡулланырға, ауырыу кешеләр менән аралашмаҫҡа тырышырға кәңәш итә.