Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, һуңғы биш йылда 1326 ихатаны тәртипкә килтереү өсөн алты миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Программаны ғәмәлгә ашырыуға аҡса башлыса республика бюджетынан бүленә. Уҙған йылда 143 ихатаға ремонт эшләнгән. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 1 миллиард һум йүнәлтелгән. Ихаталарҙы төҙөкләндергәндә хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәшелләндереү, парковка урындарын тәртипкә килтереү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу мотлаҡ башҡарылырға тейешле эштәр булып тора.