Сабыйҙарға ҡушылған иң үҙенсәлекле исемдәр иғлан ителде

ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан 8-енә тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙҙарға һирәк исемдәр араһында Дилиә, Мәликә, Рамина, Камилла һәм Ғәйшә. Малайҙарға Сармат, Альмир, Мөхәммәт һәм Данияр тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, Йәсминә, Эмилия, Мирослава, Артем, Эмир, Матвей, Әмир һәм Даниэль булған.