Ул 63 йәшендә арабыҙҙан китте. Илдар Миҙхәт улы оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында, хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Финанс институтында эшләне. “Илдар Ғәбитов тураһында күңелемдә матур иҫтәлектәр генә ҡалды”, - ти иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Илдар Ғәбитов яҡташтары өсөн иптәш булды. Хеҙмәте һәм тормошо менән өлгө күрһәтеп йәшәне. ”, - ти БСТ телеканалы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә Илдар Ғәбитов менән хушлашыу сараһы бер сәғәттән башлана. Ул Карл Маркс урамындағы 3 кәсер 1-се йортта үтә. Мәрхүм иртәгә тыуған яғы Әбйәлил районы Буранғол ауылында ерләнә.