Яңы йыл ялдарында Башҡортостан тәбиғәт биләмәләрендә 2 мең 700 кеше булған

Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда туристар һаны  600-гә артҡан. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология  министрлығынан хәбәр итәләр. Күптәр "Ирәмәл" тәбиғәт паркына килгән, бер аҙнала бында 1 мең 630 турист ял иткән. Икенсе урында - "Мораҙым тарлауығы", 730 кеше булған. Шулай уҡ "Еҙем", "Ҡандракүл", "Асылыкүл"гә килеүселәр байтаҡ булған.