Өфөнән Никита Богданов боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының икенсе этабында еңеү яуланы


Өфөнән Никита Богданов боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионаты шәхси ярыштарының икенсе этабында еңеү яуланы. Финишҡа тәүгеләрҙән килеүсе 4 спортсы араһында шулай уҡ Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге данын яҡлаусы Дмитрий СолЯнников менән Иван Гаврилов та бар. Ярыш Каменск-Уральскиҙа үткән. Богданов финишҡа иң күп мәрәй йыйып килеп, Тольяттиҙан иң яҡын дәғүәсеһе Динар Вәлиевты 10 мәрәйгә артта ҡалдыра. Рәсәй чемпионаты шәхси ярыштарының өсөнсө финалы 11-12 ғинуарҙа Шадринскиҙа уҙа.