Республика юлдарында транспорт хәрәкәте өсөн барлыҡ сикләүҙәр ҙә алынған


Һауа шарттарына бәйле, кисәнән алып сикләүҙәр 12 юл участкаһында индерелгәйне. Хәл айырыуса ҡатмарлы юл участкаларында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары тарафынан дежур постар ойошторолған, йылытыу пункттары йәйелдерелгән. Төндә ҡотҡарыусылар М-5, М-7 трассалары һәм һәм Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юл-транспорт осрағына тарып туңа башлаған 5 кешегә ярҙамға килгән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, бөгөн республикала ошондай уҡ һауа шарттары һаҡлана. Епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе күҙаллана. Ошоға бәйле, республикала йәшәүселәргә артыҡ сәбәпһеҙ алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.