Яңы йыл ҡунаҡтары балаларҙы декабрь урталарынан ҡабул итә башлағайны. Ошо ваҡытта унда яҡынса 5 мең бала һәм уларҙың ата-әсәләре булып өлгөргән. Ҡыш бабайҙы оҙатырға килгән ҡунаҡтар менән был миҙгелдә һуңғы тапҡыр күңелле байрам сараһы ойошторолдо. Боҙ ҡаласығында балалар шыршы тирәләй хороводта әйләнде, Яңы йыл йырҙары йырланы, уйындар уйнап күңел асты.