Был «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһында мөмкин булды. 5 йәшлек малай поездар менән ҡыҙыҡһына, киләсәктә һөнәрен дә ошо йүнәлеш менән бәйләргә теләй. Бөгөн тимер юл хеҙмәткәрҙәре малайҙы, әсәһе һәм өләсәһе менән бергә ҡаршы алып, «Финист» электропоезын күрһәтте. Уға Яңы йыл күстәнәсе лә тапшырылды. Матвей машинист кабинаһында булып, уның эсендәге йыһаздар менән танышты.
«Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһында төбәк етәксеһе йыл һайын ҡатнаша. Матвей машинист булырға теләһә, ҡалған балалар бүләктәр һорап хат яҙғайны. Уларҙың теләген Радий Хәбиров Яңы йылға тиклем үк үтәне.