Урман ҡупшыҡайы «Сәләмәтлек һуҡмағы» аллеяһында урынлашҡан. Ҡала оҫталары 12 метрлыҡ ылыҫлы ағасты милли стилдә биҙәгән, ә шыршы уйынсыҡтарын балалар яһаған. Эргәлә генә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы буйынса төҙөлгән ағас ҡаласыҡ һәм Ҡыш бабай йорто урынлашҡан. Бөтә арт-объекттар урындағы скульпторҙар тарафынан эшләнгән. Нефтекама шыршыһына тауышты экранда күрһәтелгән QR-код буйынса «Бәйләнештә» социаль селтәрендә бирергә мөмкин. Ул 11 ғинуар төнгө сәғәт 9-ға тиклем дауам итә. Еңеүсе 13 ғинуарҙа асыҡлана.