Республика йәмәғәтселеге Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙатты. Мәрхүм менән хушлашыуға сәйәсмәндәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, журналистар, уның хеҙмәттәштәре һәм студенттары йыйылды. 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт һәм публицистик мәҡәләләр, башҡортса сканвордттар авторы булараҡ билдәле Илдар Ғәбитов тыуған яғы Әбйәлил районы Буранғол ауылы зыяратында шәмбе ерләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
63 йәшендә арабыҙҙан киткән Илдар Ғәбитов ике тиҫтә йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университетында уҡытҡан доцент, ғалим, иҡтисад һәм сәйәсәт өлкәләрендә билдәле эксперт. 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт һәм публицистик мәҡәләләр, башҡортса сканвордттар авторы булараҡ танылған замандашыбыҙ гәзит-журналдар, телевидение тапшырыуҙарында йыш сығыш яһаны.
Илдар Ғәбитов Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. 1983-1990 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник институтында, 1997-2004 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире булып эшләй. Һөнәри ҡаҙаныштары өсөн ул Рәсәй Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
Күп балалы атай, хеҙмәттәштәре өсөн кәңәшсе, замандаштары өсөн киң белемле фекерҙәш, әжрибәле белгес һәм күп йүнәлешле эксперт. Республика иҡтисад өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Илдар Миҙхәт улы тураһында хәтер уның ғилми эштәрендә, ижадында һаҡланасаҡ. Илдар Ғәбитов шәмбе тыуған яғы Әбйәлил районы Буранғол ауылы зыяратында ерләнәсәк.