Бүздәк ауылында «Олимп» өҫтәмә белем биреү үҙәгендә медиа-лагерҙың яңы йыл сменаһы уҙҙы


Унда ҡатнашыусылар ғаиләләре менән килде. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре медиа йүнәлештәр менән танышты. Уҡытыусылар ролендә үҙәктә эшләп килгән «Йәш хәбәрсе мәктәбе»н тамамалаусылар сығыш яһаны. Режиссура нигеҙҙәре, видеограф һәм фотограф эше буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.