Илеш районы Бишҡурай ауылында йәшәүсе Әнисә Хафизоваға - 100 йәш. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән ханым юбилейын үҙ йортонда, ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалары менән ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙеү - былар барыһы ла Әнисә Закир ҡыҙын да урап үтмәй. Ләкин белем алыу, уҡытыу хыялы көслөрәк була. Төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова
«Бер быуат йәшә - бер быуат уҡы» - был һүҙҙәр тап Әнисә Хафизова тураһында әйтелгән кеүек. Ул һаманғаса китап-журнал уҡый. Шәхси китапханаһында һирәк баҫмалар ҙа байтаҡ. 40 йылдан ашыу үҙен уҡытыусы һөнәренә бағышлаған Әнисә Закир ҡыҙы текстарҙы немец теленән рус теленә тәржемә итә. Юбилярҙың хәтеренә, әүҙемлегенә иҫ китәрлек.
Яңы йылдың тәүге көнөндә Әнисә Закир ҡыҙы 100-сө тапҡыр тыуған көнөн ҡаршылаған. Ҡотлау телеграммалары төрлө тарафтарҙан, республика, дәүләт башлыҡтарынан килгән. Әнисә Хафизованың тормош юлы еңел булмаған осорға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ул Өфөлә планлы-иҡтисад техникумын тамамлап өлгөрә. 1941 йылдың көҙөндә Рыбинск ҡалаһынан Өфөгә эвакуацияланған авиация институтына уҡырға инә. Ләкин ауылда атаһын ҡарап уҡыу йортон тамамлай алмай. Төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан йәш ҡыҙҙа белем алыу теләге һүнмәй. Һуғыш тамамланыу менән Бөрө педагогия институтына инә. Тарих уҡытыусыһы Мансур Вәлиев менән ғаилә ҡороп, Ташкентҡа йәшәргә күсәләр.
70-се йылдар башында Үзбәкстандан әйләнеп ҡайтып, һөнәри юлын тыуған ауылында дауам итә. Тормош иптәше менән улар биш балаға - өс ҡыҙ һәм ике малайға ғүмер бүләк итәләр. Барыһы ла юғары уҡыу йорттарын тамамлап, нефтсе, йәки табип һөнәрен һайлаған. Әнисә Закир ҡыҙы тормошта үҙ юлдарын тапҡан, төрлө төбәктәрҙә йәшәп юғары вазифалар башҡарған балалары, 6 ейән-ейәнсәре һәм 3 бүлә-бүләсәһенең уңыштарын күреп йәшәй.
Йәҙйәшәр Әнисә Хафизова йәйгеһен баҡса үҫтерә, ҡыш башватҡыстар сисә, йыл әйләнәһенә республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо менән ҡыҙыҡһынып йәшәй.
Әлфинә Килдейәрова