МХО ветерандары балалары өсөн осрашыуҙар ойошторола

Башҡортостан колледждарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре  өсөн  клубтар асыла.  Был турала мәғариф  һәм  фән министры Илдар Мәүлетбирҙан белдерҙе. Шәмбе һайын  төрлө темаларға  оҫталыҡ дәрестәр, осрашыуҙар ойошторола. Был аралашыу, ижад итеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға  тейеш, - тине министр.