Өфөлә 2025 йылда йәрминкә уҙғарыу урындары билдәләнде

Хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, сауҙа майҙансыҡтары ҡаланың һәр районында була. Ҡышын һәм  март айында  ит йәрминкәләре ойошторола. Апрелдән июнгә тиклем халыҡҡа баҡса эштәре өсөн кәрәк-яраҡ тәҡдим ителә. Шулай уҡ еләк, бал менән сауҙа ҡаралған. Көҙгө айҙарҙа ҡала ауыл хужалығы йәрминкәләре була.