Әйтәйек, Дүртөйлө ауылындағы ирекмәндәр штабы 2022 йылдың мартынан бирле эшләй. Яҡташ яугирҙарыбыҙ өсөн улар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, туҡмас ҡырҡа, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләй. Был уларҙың йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған эштең бер өлөшө генә.
«Дүртөйлө бетеүе» ирекмәндәр штабы Шаран районы Ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысында ойошторолоп, башҡа йәмәғәтселәрҙең финанс ярҙамында эшләп килә. Әлеге ваҡытта ойошмала 30-ҙан ашыу кеше, көн һайын улар ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, яугирҙарға ярҙам итә. Яңы йыл каникулында ғына ауыл ирекмәндәре фронт өсөн 300 окоп шәме эшләгән. Былтыр 50 рулон маскировка селтәрҙәре үргән, 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйған.