Был юлы ул 8 билмән етештереүсене һәм меңдән ашыу ҡунаҡты бер майҙанға йыйҙы. Бөрө ҡалаһы брендтарының береһенә әйләнгән сара был юлы башҡа район туристарын да күпләп йәлеп итте. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Билмәндән ауыҙ итергә теләүселәрҙән сират бер ҙә кәмемәй кеүек. Әлмир Әхмәтшин ит менән ҡамырҙан яһалған ризыҡтың төрлө рецептарын белә. Ғаиләһе менән ул етенсе йыл рәттән ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнә. Билмәндең исеме тыуып үҫкән ауылы - Мишкә районындағы Шаҙы ауылы атамаһын йөрөтә. Аш-һыу фестиваленең даими ҡатнашыусыһы быйыл һатыуҙан йыйылған аҡсаны хәйриәлек өсөн тотонмаҡсы.
«Бөрө билмәндәре» фестивале ҡаланың визит карточкаһына әйләнгән сараларҙың береһе. Унда бешереү йолалары, рецепт үҙенсәлектәре менән танышыуҙан тыш, һөр төрлө бөрөлгән билмәндәрҙе лә тәмләп ҡарарға була. Барлығы 8 етештереүсе үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Бөрөлә билмән бөрөү оҫталығы киң таралған. Бындай сараларҙы үткәреү урындағы халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыуға, ныҡлы өйрәнеүгә һәм уларҙы киләсәк быуын вәкилдәренә тапшырырға булышлыҡ итә, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Фестиваль уҙғарылған Октябрь майҙаны республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған ҡунаҡтар менән тулды.
«Бөрө билмәндәре» фестивале республиканан ситтә лә киң танылған. Бер нисә йыл рәттән ул ваҡиғалар туризмы өлкәһендә беренсе урынға лайыҡ булды. Быйыл сара барышында оҫталыҡ дәрестәре, концерт программаһы, балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө уйындар ҙа ойошторолдо.
Әлфинә Килдейәрова