Өфөлә туған телдәр буйынса республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Интеллектуаль бәйге Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 9-11 класс уҡыусылары араһында барҙы. Йәмғеһе 141 үҫмер татар, сыуаш, мари, удмурт һәм мордва теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен һынаны. Олимпиадала балаларҙың яҙма һәм телмәр оҫталығы баһаланды. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатында уҙған еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында финалистарҙы Мәғариф һәм фән министрлығы, Хөкүмәт вәкилдәре сәләмләп, бүләктәр тапшырҙы.

Төбәк этабында еңеүсе исеменә лайыҡ булыусылар Башҡортостан данын халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ. Республикала 130-ҙан ашыу милләт йәшәй, мәктәптәрҙә 13 тел туған тел булараҡ уҡытыла. Бының өсөн дәүләт тарафынан шарттар булдырыла: милли кластар, полилингваль мәктәптәр асыла, дәреслектәр төҙөлә, уҡытыусы белгестәр әҙерләнә. Йыл һайын үткәрелгән олимпиада ла туған телдәрҙе һаҡлау, һәләтле балаларҙы билдәләү сараларының береһе булып тора.