«Торатау» геопаркында тәүге тапҡыр ат сабышы буйынса турнир үтте


Мәртәбәле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған һыбайлылар ҡатнашты. Турнир сиктәрендә ылаҡ, уҡтан атыу буйынса ярыш уҙғарылды, ҡунаҡтар өсөн йәрминкә һәм концерт ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт киләҙе яҙмала.

«Торатау» битләүендә ат сабышы сағыу тамашаға әүерелде.Төрлө йәштәге һыбайлылар етеҙлектә көс һынашып, оҫталығын күрһәтте. Ҡышҡы ат сабыштарында республика райондарынан һәм Татарстандан ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар ярышҡа етди әҙерләнгән. Һыбайлылар уҙышында юғары тиҙлектә сәмләнеп уҙышыуҙан тыш, йәрәхәтләнеү хәүефе лә бар.

Ишембай районында тәүге тапҡыр ойошторолған ат сабышында ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле программа тәҡдим ителде. Атлы-саналар парады, ылаҡ, уҡтан атыу кеүек бәйгеләр турнирҙы ҡышҡы байрамға әйләндерҙе. йәрминкә, концерт программаһы барыһының да кәйефен күтәрҙе.

Ат сабышы республикала милли спорт төрҙәрен популярлаштырыу, көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолдо. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау , милли спорт төрҙәренә иғтибар йәлеп итеү өсөн ҡаралған турнир киләсәктә лә даими уҙғарылыр тип көтөлә.

Флорида Ким