Яңы йылда еңеү тәмен татымаған юлаевсылар Түбәнге Камаға ҡунаҡҡа килде. Боҙ хужалары осрашыуҙы ышаныслы башланы, һөҙөмтәлә улар шунда уҡ ике тапҡыр уңышҡа өлгәште. Шуға ҡарамаҫтан ҡунаҡтар тәнәфескә тиклем үк алға сыға алды. Тәүге ике голды үҙ иҫәбенә Скотт Уилсон яҙҙы. Икенсе осорҙа Өфө хоккейсыларының өс шайбаһына дәғүәселәр бер гол менән генә яуап ҡайтара алды. Шайбаларҙың береһен Денис Ян индерҙе. Өсөнсө осорҙа яҡтар берешәр тапҡыр уңышҡа иреште. Ниһайәт, бер ай тынып торғандан һуң Александр Хмелевски дубль яһаны, ошондай уҡ һөҙөмтә менән көйәмәндәрҙе Джошуа Ливо ла ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, КХЛ-лдың иң мәргән уйынсыһы был уйында биш мәрәй яуланы. Киләһе уйынын юлыевсылар 12 ғинуарҙа үткәрә. Улар Омскиҙың «Авангард»ы менән көс һынаша.