Телевидение, радио һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция барышын яҡтырта. “Яҡташтарыбыҙ яугирҙарҙың батырлығын белергә тейеш”, - ти Ағиҙел журналы баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Бәйтулла Фәтҡуллин бөгөн алғы һыҙыҡта. Ул 2023 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө. Коллегабыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә “Бай” ҡушаматын алған. Яугир белдереүенсә, алғы һыҙыҡта төрлө һөнәр эйәләре кәрәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Рәсәй матбуғаты көнө. Беҙҙең илдә 50 мең тирәһе газета һәм журнал сығарыла. Башҡортостанда 1 мең самаһы матбуғат баҫмаһы иҫәпләнә. Иртәгә Өфөлә журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтә. Рәсәй Матбуғаты көнө уңайынан киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре араһында уҙғарылған ижади конкурс еңеүселәре тәбрикләнә.