Башҡортостанда уҙған йыл электромобиль зарядлаусы 70 станция барлыҡҡа килгән

Транпспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай станциялар иҫәбе буйынса республика илдә алдынғылар рәтендә.  Электромобилдәргә ихтыяж арта, әле 600-ҙән ашыу ошондай машина теркәлгән.  “Энергетиканы үҫтереү” программаһына ярашлы быйыл станциялар һанын бер йөҙгә еткереү ҡарала.