Сара 5-се февралдә Көрәш һарайында ойошторола. Байрам Рәсәй студенттары көнөнә арнала. Унда колледж һәм университетта белем алған йәштәр ҡатнаша. Шулай уҡ илдең башҡа төбәктәрендә уҡыған ҡыҙҙар һәм егеттәр саҡырыла. Бай программа әҙерләнгән. Йәштәр предприятие һәм корпорация етәкселәре, эшҡыуарҙар, танылған кешеләр менән осраша.