Быйыл уның тыуыуына 100 йыл тула. 17 ғинуарҙа Өфө балалар филармонияһында хәтер кисәһе ойошторола. Быйыл Республика Башлығы указына ярашлы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан саралар уҙғарыла. Ойоштороу комитетын премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкләй.