Яңы йылды ғаилә менән ҡаршылап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды. Ғәҙәттәгесә, үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары отпускты башлыса өйҙә, яҡындары менән үткәрә, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә. Мәҫәлән, «Детский» ҡушаматлы яугир ҡатыны һәм балалары менән бергә тюбингта һәм конькиҙа шыуа, термо сығанаҡҡа бара. Ә бына «Баграм» взвод командиры дуҫтары менән һунарға, балыҡҡа йөрөй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 ғинуарҙан Башҡортостанда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр 2 миллион, артабан ай һайын 210 мең һум түләнә. Шулай итеп тәүге йылда хәрби хеҙмәткәрҙәр 4 миллион 520 мең һум аласаҡ. Бынан тыш, Яңы йылда Өфөлә контрактсылар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 700 мең һумға тиклем арттырылды. Был бөтә муниципалитеттар араһында иң ҙур сумма. Шулай итеп, баш ҡалала контракт төҙөгәндә дөйөм түләү 2 миллион 300 мең һум тәшкил итә. Бер үк ваҡытта Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Атап әйткәндә шифаналарға бушлай юллама, фатир һатып алыуға 500 мең һум ташлама, балалар өсөн бушлай белем биреү, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар. Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр үҙе йәшәгән төбәктең хәрби комиссариатына йәки «Защитник» үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.