Өфөнән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтихова 105 йәшлек юбилейын ҡаршыланы


Матур ғүмер байрамы менән уны мәктәп уҡыусылары һәм беҙҙең ижади төркөм тәбрикләне. Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙының оҙаҡ йәшәү сере менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡыҙыҡһынды.

Һуғыш йылдары йырҙары, илһөйәрлек менән һуғарылған шиғырҙар. Өфөнөң 74-се мәктәбе уҡыусылары Мөсәйрә Фәтихованы 105 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. Сталинград азат итеүҙә ҡатнашҡан сал сәсле ветеран маалй-ҡыҙҙарға үҙе ижад иткән дүрт юллыҡтарҙы һөйләп ишеттерҙе.

Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы һуғыштан һуң 40 йылдан ашыу рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Мәктәптең Хәрби Дан музейы етәксеһе Асия Юнысова билдәләүенсә, ветерандың тормош юлы - үҙе бер китапҡа торошло.

Дүртөйлө районынан Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы 1942 йылдың майында ҙур эшелон менән Сталинградҡа табан киткән Башҡортостан ҡыҙҙарының береһе. Ҡаты алыштарҙа ҡатнашырға тура килә уға, артеллерия полкы батареяһында зенитчица һәм элемтәсе булып хеҙмәт итә. Хәрби хәбәрсе һөнәрен дә үҙләштерә. Еңеү көнөн яҡташыбыҙ Польша менән Германия сигендә ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була. 1945 йыл аҙағында ғына тыуған яғына ҡайта. Һуңғы йылдарҙа ул Мәскәүҙәге парадҡа саҡырылған төп ҡунаҡтарҙың береһе.

Оҙон ғүмерлелек нәҫелдән килә, тигән ҡарашта ҡыҙы юбиляр хаҡында. Ветерандың әсәһе 112 йәшкә тиклем йәшәгән. Мөсәйрә Фәтихова дөрөҫ туҡлана, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Йөҙйәшәрҙән тағы ла бер кәңәш - үҙеңә ҡарата иғтибарлы булыу мөһим.

Мөсәйрә Фәтихова үҙ ғүмерендә табиптарға ла күп күренмәгән, шулай ҙа тап аҡ халатлылар уға ҡасандыр «Һеҙ оҙаҡ йәшәйәсәкһегеҙ» тип юраған. Көслө рухлы ветерандың үҙен һаҡлап, яратып йәшәүе һәр кемгә өлгө булырлыҡ.

Гөлназ Хәйбуллина