Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылында дәүләт тарафынан күрһәтелгән хәстәрлек бермә-бер артасаҡ. Был турала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Әле төбәктә махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарына ҡырҡтан ашыу ярҙам төрө күрһәтелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр ведомство был исемлекте киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Оператив кәңәшмәнән Айнур Кәбиров репортажы.
Йылдың тәүге оперативкаһы көндәлек мәшәҡәттәрҙе барлауҙан башланды. Ике аҙналыҡ каникулдарҙан һуң хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ йыйылған. Халыҡты башлыса торлаҡ-коммуналь проблемалар борсоған. Шулай ҙа Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең иң күбе юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға ҡағыла.
Етәрлек ял иттек, хәҙер ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Ә пландар ҙур. Быйыл республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы. Ошо уңайҙан яугирҙарға дәүләт тарафынан күрһәтелгән ташламалар исемлеге киңәйтелә.
Радий Хәбиров яуҙа һәләк булған батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү ҙә мөһим бурыстарҙың береһе , тип билдәләне. Төбәк башлығы Ғафури районындағы «Дубки» лагерына Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың исеме биреләсәген белдерҙе. Ләкин учреждение тәүҙә лайыҡлы рәүешкә килтерелергә тейеш.
Радий Хәбиров мәҙәниәт өлкәһендәге байтаҡ учреждениеларҙың төҙөкләндереләсәген дә белдерҙе. Атап әйткәндә, әле дәүләт циркы һәм рус драма театры биналарына капиталь ремонтҡа әҙерлек башланды. Красноусолда мәҙәни мираҫ статусы алған быяла заводын да тергеҙеү планлаштырыла.
Аҙналыҡ оператив кәңәшмә булыуға ҡарамаҫтан, республика башлығы бер йылға етәрлек бурыстар йөкмәтте. Ғөмүмән, һәр тармаҡта ла бөгөндән башларлыҡ проекттар көтә, тине республика башлығы.
Айнур Кәбиров